Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Октябрь 2022, 05:10

"Берәҙәк хайуандар өсөн йорт асам"

Һеҙҙә хужаһыҙ хайуандар бармы? Булһа,  халыҡты уларҙан ҡурсалау йәһәтенән ниндәй саралар күрелә? 

"Берәҙәк хайуандар өсөн йорт асам""Берәҙәк хайуандар өсөн йорт асам"
"Берәҙәк хайуандар өсөн йорт асам"

Берәҙәк хайундар бөгөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ошо көндәрҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы Благовещен районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында кәңәшмәлә тап ошо тема күтәрелде. “Өмөт йорто” берәҙәк хайуандар өсөн приют” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры районда хужаһыҙ хайуандар өсөн приют асыу пландары хаҡында һөйләгән. Ғәмәлгә ашырыу этаптары һәм артабанғы эштәр тикшерелгән. Төҙөлөш өсөн яраҡлы ер участкаһын йәки әҙер бина һайланасаҡ.

"Беҙҙең районда хужаһыҙ хайуандар проблемаһы көнүҙәк, шуға күрә приют ойоштороуҙа ярҙам итеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып тора", – тип билдәләне хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Анна Карабанова.

Әгәр үҙ бизнесығыҙҙы асыу һәм үҫтереү буйынса идеяларығыҙ һәм тәҡдимдәрегеҙ бар икән, Благовещен районында эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашығыҙ. Бында ярҙам итергә, булышлыҡ итеү варианттарын тәҡдим итергә, документтар әҙерләүҙә булышлыҡ итергә тырышасаҡтар.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

Фото: Благовещен районы хакимиәте. 

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас