

Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә 2022 йылда ремонтлау ҡаралған 17 участканың 15-ен ремонтланылар ҙа инде. Быйыл 12,5 саҡрымлыҡ юл норматив хәлгә килтерелә.
Подрядсыларҙы һайлап алыуға сауҙа үткәргәндә ҡалала ремонтланған участкалар һанын экономиялау һөҙөмтәһендә 9,5 миллион һумға яҡынға арттырыуға өлгәшелгән, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.
Көньяҡ (Патриотик урамынан Ырымбур трактына тиклем) һәм Комсомол (Богдан Хмельницкий урамынан Хоҙайбирҙин урамына тиклем) урамдарындағы ике өҫтәмә участканы төп сауҙа үткәрелгәндән һуң уҡ эштәр планына индергәндәр, уларҙа эштәр башланған әле.
Бөгөнгө көндә подрядсы Көньяҡ һәм Комсомол урамдарындағы асфальттың тәүге ҡатламын төҙөй һәм фрезерлай башлаған.
Шулай уҡ милли проект сиктәрендә ҡалала сигналдарҙы ҡабатлаусы светофорҙар ҡуйыласаҡ. Бындай светофорҙар водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә иғтибарын йәлеп итә.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана