Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 05:13

Башҡортостанда тәүге виртуаль театр залы асылды

"Виртуаль киңлектә лә театрыбыҙҙың ижадын хөрмәт итеүселәр барлыҡҡа килер тип ышанам".

Башҡортостанда тәүге виртуаль театр залы асылдыБашҡортостанда тәүге виртуаль театр залы асылды
Башҡортостанда тәүге виртуаль театр залы асылды

Туймазы дәүләт татар драма театрында ҡорамалдар барлыҡҡа килде. Уның ярҙамында театрҙың иң яҡшы спектаклдәре онлайн режимында бөтә илгә күрһәтеләсәк.

Театр спектаклдәрен хәҙер тамаша залында ултырыусылар ҙа, ошо ваҡиғанан меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан интернет менән ҡулланыусылар ҙа ҡарай ала. Трансляция - "Рәсәй мәҙәниәте" платформаһында. Туймазы театры берҙәм мәҙәни киңлеккә сығыу мөмкинлеге алған Башҡортостандың һигеҙенсе учреждениеһы булды.

Ошо көндәрҙә проект менән таныштырыу сараһы уҙҙы - "Дом Бургана" спектакленән тура трансляция күрһәтелде, ул был ваҡытта драма театры сәхнәһендә барҙы. Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин сарала ҡатнашыусы түбәндәгеләрҙе билдәләне:

- Күләмле проект Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын бер театр һәм филармония киңлегенә берләштереүгә йүнәлтелгән. Ул барыһына ла мәҙәни ҡиммәттәргә инеү өсөн тиң мөмкинлектәр бирә. Виртуаль киңлектә лә театрыбыҙҙың ижадын хөрмәт итеүселәр барлыҡҡа килер тип ышанам.

Презентацияла БР Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Зиннур Сөләймәнов булды. Ул театр хеҙмәткәрҙәренә министрлыҡтың рәхмәт хаттарын тапшырҙы һәм ваҡиғаға аңлатма бирҙе.

- Республикала сираттағы виртуаль залды асыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс, - тине ул. - Улар беҙҙә һигеҙ. Проектта ҡатнашыусылар араһында Башҡорт дәүләт филармонияһы, Нефтекама филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, хатта китапхана ла бар. Ләкин бөгөнгәсә театрҙар булманы. Мин уның Туймазы драма театрында барлыҡҡа килеүенә шатмын, сөнки миңә бында ҡуйыусы режиссер сифатында эшләргә тура килде, - тип чиновниктың телмәренән өҙөмтә килтерә "Туймазинский вестник" гәзите.

Яңы актуаль ҡорамалды ил президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Мәҙәниәт" милли проектының "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекты ярҙамында һатып алырға мөмкин булды.

Фото: "Туймазинский вестник" баҫмаһы.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас