Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 05:15

Әбйәлилдәр ағас ултыртты

Урмансылар, мәктәп урмансылығы ағзалары  бөтәһе 4000-дән ашыу ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты. Ә һеҙҙә ошондай өмәләр үттеме? 

Әбйәлилдәр ағас ултырттыӘбйәлилдәр ағас ултыртты
Әбйәлилдәр ағас ултыртты

"Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы  ағас ултыртыу өмәһе  Әбйәлилдә ағас ултыртыу өмәһе  дәррәү барҙы. Урмансылар, мәктәп урмансылығы ағзалары  бөтәһе 4000-дән ашыу ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты.

Тәүҙә оҫталар ентекле инструктаж үткәрҙе һәм Колесов ҡылысы менән нисек эшләргә икәнен күрһәттеләр.

- Орлоҡтоң  тамыры ныҡлы ултыртылыуын һәм һауа ҡыуышлыҡтары ҡалмауын күҙәтеп тороғоҙ. Уны ерҙән еңел генә тартып алыу ҙа ағастың насар ултыртылыуы билдәһе булып тора, - тип аңлатты урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.

Эштән һуң балаларҙы тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас