

Йәрмәкәй районының “Дуҫлыҡ” паркында балалар өсөн заманса төҙөлгән автоҡаласыҡ асылды.
Был майҙансыҡта балалар баҡсаһына йөрөгән балалар, башланғыс класс уҡыусылары уйын аша юл ҡағиҙәләренә өйрәнәсәк. Майҙансыҡ реаль хәрәкәт шарттарын тулыһынса тиерлек ҡабатлай һәм балаларҙы юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса заманса талаптарға яуап бирә. Майҙансыҡта 71 юл билдәһе, светофор ҡуйылған, йәйәүлеләр үткәүеле булдырылған, юл билдәләре ҡулланылған.
Йәрмәкәй ауылының “Дуҫлыҡ” паркын төҙөкләндереү 2017 йылда роликлы саңғы юлын төҙөүҙән башлана. Был эш урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә маршрутты һалыу буйынса эштәр тамамланған. Йәйәүлеләр күпере лә ҡуйылған һәм яҡтыртыу үткәрелгән.
2019 йылда был программа буйынса төҙөлөш дауам итә. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған, улар яҡтыртыла, резина япма менән ҡапланған балалар өсөн уйын комплексы төҙөлгән, йәмғеһе паркты төҙөүгә яҡынса 4 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Быйыл иһә был программаға ярашлы фонтан эшләй башлаған, тротуарҙар һалынған, беседкалар һәм усаҡтар эшләнгән.
Паркты төҙөкләндереү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт майҙансыҡтары, йәйге сәхнә, кафе һәм ял итеү урындары булдырыласаҡ. Резина япмалы хоккей һәм футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан