

Һәм йыл аҙағына тиклем республикаға туристар ағымы күләменең рекорд күрһәткестәргә етеүе ихтимал. Яңы туристик нөктәләрҙе даими булдырыу төбәккә тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итеүҙең нигеҙе буласаҡ.
Был хаҡта республикала туризмды үҫтереү буйынса хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ғинуар-августа туристик тармаҡта түләүле хеҙмәттәр күләме, былтырғы кимәлдән дүрттән бер өлөшкә артып, 8,2 миллиард һум тәшкил иткән. Өлкәне үҫтереүгә республика федераль бюджеттан байтаҡ средстволар йәлеп итте. Миллиард һумдың өстән бер өлөшө республикала кемпингтар һәм турмаршруттар булдырыуға, пляждар әҙерләүгә, уңайлы туристик мөхитте үҫтереүгә йүнәлтелде.
- Өфөлә 2022 йылдың 31 октябренән 2 ноябренә тиклем этнотуризм буйынса Бөтә Рәсәй форумы уҙғарылыуы әһәмиәтле ваҡиға булмаҡсы. Ул төбәктәргә иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашырға мөмкинлек бирәсәк, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн стимул бирәсәк. Тармаҡты үҫтереү өсөн беҙ йыл һайын яңы туристик объекттар асырға, өҫтәмә үҫеш нөктәләрен булдырырға тейешбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Социаль туризм өлөшөндә йыл аҙағына тиклем 10 мең өлкән йәштәге кеше һәм 11 мең уҡыусы өсөн Башҡортостан буйлап туристик сәфәрҙәр көтөлә. Республика шулай уҡ Туризм.РФ корпорацияһы яғынан берлектә финанслауға ике ғариза бирҙе. Һүҙ Көйөргәҙе районында «Яҡут тоҙло сығанағы» шифаханаһын һәм Белорет районында «Морат» тау саңғыһы комплексын төҙөү хаҡында бара.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ишембай районында ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алыуға дәғүә итеүсе «Торатау» геопаркын булдырыу барышын да ҡараны.
Фото: glavarb.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан