Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Октябрь 2022, 09:35

Башҡортостанда бәләкәй ҡалалар уңайлы мөхит проекттары конкурсында ҡатнаша

Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында ете ғариза тәҡдим итә, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда бәләкәй ҡалалар уңайлы мөхит проекттары конкурсында ҡатнашаБашҡортостанда бәләкәй ҡалалар уңайлы мөхит проекттары конкурсында ҡатнаша
Башҡортостанда бәләкәй ҡалалар уңайлы мөхит проекттары конкурсында ҡатнаша

Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында ете ғариза тәҡдим итә, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев республикала Заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Ведомство-ара комиссия ағзалары һәм ултырышта ҡатнашыусылар 2022 йылда конкурста ҡатнашасаҡ ете ғаризаны ҡараны.

Был август айында Тамбовта уҙған Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында конкурсты киңәйтергә ҡарар итеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Рәсәй Федерацияһы президенты тәҡдиме менән киләһе йылдан бүләк фонды күләме ике тапҡырға - 20 миллиард һумға тиклем арттырыла. Шуның менән бәйле ағымдағы йылда тағы ла бер конкурс уҙғарырға тәҡдим ителде, уның йомғаҡтары буйынса 80 еңеүсе билдәләнәсәк. Һәм уны 200 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙы киңәйтеү зарур.

Республиканан проекттарҙы муниципаль берәмек хакимиәттәре «Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы менән берлектә әҙерләгән. Быйыл өҫтәмә конкурста тәүгә Нефтекама, Октябрьский һәм Салауат ҡалалары ҡатнаша ала. Конкурсҡа йәнә республиканың тарихи биләмәләре - Кушнаренко, Верхотор ауыл советтары һәм Мәләүез ҡалаһының ғаризаларын ебәреү планлаштырыла. Яңы проектты 2021 йылда конкурста еңеү яулаған Благовещен ҡалаһы тәҡдим итә.

Өҫтәмә конкурсҡа 2022 йылдың 26 декабренә тиклем йомғаҡ яһала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһынан бирелгән ете ғаризаның алтынсы конкурсында Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай һәм Яңауыл ҡалалары тәҡдим иткән дүрт проект еңеүсе булды. Улар федераль бюджеттан 335 миллион һум йәлеп итте.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас