

Әбйәлил районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышын үтте. Унда эшҡыуар Лена Зарипова үҙенең бизнес-проекты менән таныштырҙы.
“Күп йылдар ярымфабрикаттар һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары етештерәм. Әле ошо йүнәлештәге цех уңышлы эшләй. Продукцияны Әбйәлилдән тыш, күрше райондарға ла һатабыҙ. Заказ күп, шуға күрә яңы цех асыу теләге бар", - тине эшҡыуар.
Хакимиәт башлығы белгестәргә уны тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт-консультация йәһәтенән ярҙам күрһәтергә ҡушты.
#нацпроекты #регпроекты #региональныепроекты #национальныепроекты #нацпроектыБашкортостана