

Башҡортостанда 33 меңдән ашыу күп балалы ғаилә "Демография" милли проекты сиктәрендә финанс ярҙамы ала, тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы" проекты ярҙамында балалы ғаиләләргә матди ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул бала тыуыу сиратына ҡарап үткәрелә.
"2018 йылдан Башҡортостанда финанс ярҙамына мохтаж өсөнсө йәки артабанғы тыуған өс йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балалар өсөн төбәк йәшәү минимумы күләмендә түләү ҡаралған. 2022 йылдың 1 июненән ошондай түләү 11 747 һум тәшкил итә", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Өсөнсө йәки артабанғы балаға айлыҡ аҡсалата түләү алыу хоҡуғы, әгәр күрһәтелгән йәштәге бала (балалар) тәрбиәләгән ғаиләнең килеме Башҡортостанда түләү тәғәйенләү өсөн мөрәжәғәт итеү көнөнә билдәләнгән эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының ике тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаһа, тыуа. 2022 йылда - 26,4 мең һум.
"Быйыл 31 261 ғаиләгә социаль ярҙам сараһы күрһәтелде һәм 33 381 баланы үҙ эсенә алды. Бер йыл элек - 30 658 һәм 32 604 ине. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 2805,66 миллион һумға етте", - тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.
"Демография" милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана