

Тест буйынса һынауҙар учи.руҙың рәсми сайтында - илебеҙҙә сығарылған онлайн-платформала уҙғарыла, унда илдең барлыҡ төбәктәренән мәктәп уҡыусылары интерактив формала мәктәп предметтарын өйрәнә ала. Бындай тестар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.
Тест үткәреүҙең асылы: ҡатнашыусыларҙың йәшенә ҡарап, юлда алған төрлө хәлдәр моделгә эйә була, шул уҡ ваҡытта уҡыусылар дөрөҫ кенә түгел, иң хәүефһеҙ ҡарар табырға тейеш. Олимпиада аҙағында бөтә дәғүәселәргә - сертификаттар, ә еңеүселәр грамоталар һәм дипломдар тапшырыласаҡ. "Еңеү бында иң мөһиме түгел", - тип билдәләне ойоштороусылар.
Бынан тыш, олимпиада барышында өлкәндәр ҙә үҙҙәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу нигеҙҙәрен белеүен тикшерә ала. Йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә сифатында. Улар өсөн «Юл легендалары» махсус тест әҙерләнгән. Ул шулай уҡ көн һайын өлкәндәрҙең юл хәрәкәтендә осраған хәлдәрҙән тора. Файҙалы нәмә, сөнки тест йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусыға карточка-статус бирелә, уның ярҙамында белемендә ниндәй етешһеҙлектәр булыуын аңлау күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ил президенты Владимир Путиндың «2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» указы сиктәрендә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнде. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала тиерлек, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан тормошҡа ашырыла.
Фото "национальныепроекты.рф" сайтынан.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана