Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Ноябрь 2022, 08:15

Башҡортостанда предприятиеға милли проект буйынса лизинг бирелде

Төбәк лизинг компанияһы "Пилот" техник системалар ғилми-тикшеренеү институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 32,8 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтте, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда предприятиеға милли проект буйынса лизинг бирелдеБашҡортостанда предприятиеға милли проект буйынса лизинг бирелде
Башҡортостанда предприятиеға милли проект буйынса лизинг бирелде

Төбәк лизинг компанияһы «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 32,8 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтте, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ярҙам «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә күрһәтелде. Предприятие алынған аҡсаны телеметрик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтәсәк, был күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

"Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институтын 30 йыл элек Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми хеҙмәткәрҙәре төркөмө ойошторған, ул ауыш йүнәлешле скважиналарҙы һәм скважиналарҙы горизонталь тамамлап быраулағанда технологик һәм телеметрик оҙатыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Ике йылға йылына алты процент ставка менән төҙөлгән лизинг килешеүе ҡатмарлы геологик-технологик бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡорамалдарҙы яңыртырға ярҙам итәсәк.

- Республиканың Төбәк лизинг компанияһы шәхси эшҡыуарҙарға һәм бәләкәй предприятиеларға хеҙмәттәшлектең айырым льготалы шарттарын тәҡдим итә, - тип аңлатты БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. - Ставкалар буйынса йылына - алты процент, ә сит илдә етештерелгән ҡорамалдар һигеҙ процент менән бирелә. Лизинг суммаһы - 50 миллион һумға тиклем, аванс түләүе гарантия ойошмаһының йөкләмәһе аҫтында нулдән башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарына инеү мөмкинлеген киңәйтеү, шул иҫәптән льготалы финанслау.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас