

Өфө районының алты ауылы эсәр һыу менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2019 йылдан «Таҙа һыу» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Күмлекүл, Горново, Красная Яр ауылдарында, шулай уҡ Яҡшиван, Карюгин ауылдарында һәм Өфө районының Тәжрибә хужалығында һыу алыу һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлдө.
"Быйыл октябрь айында объект файҙаланыуға тапшырылды. Һыу алыу ҡоролмаһының етештереү ҡеүәте тәүлегенә яҡынса 1700 кубометр тәшкил итә. Ете һыу алыу скважинаһы, һыу биреү өсөн насос станцияһы, һыу әҙерләү һәм таҙартыу станциялары, 500 кубометр һыйҙырышлы һыу өсөн ике резервуар һәм алты тораҡ пунктты һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу үткәргес һалыу буйынса эштәр башҡарылған. Шул арҡала Өфө районы Красноярск ауыл советының 10 мең кешеһе сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән", - тип билдәләнеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Ете һыу алыу скважинаһы ҡурай сәскәһе формаһында ҡоролған. Әҙерләнгәндән һуң һыу тәүҙә дөйөм күләме 1000 кубометрлыҡ ике резервуарға, һуңынан тораҡ пункттарға эләгә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылға республика халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән өлөшө күрһәткесен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем арттырыу «Таҙа һыу» проектының төп маҡсаты булып тора.
Ошо күрһәткескә ирешеү өсөн Башҡортостан биләмәһендә 29 һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү йәки реконструкциялау күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем бөтәһе төбәктең 22 муниципалитетында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү күҙаллана.
"Таҙа һыу" проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана