

Мәләүез ҡалаһының һөт комбинаты продукцияһы Ҡытай баҙарын ышаныслы яулай. Ҡалай банкаларға тултырылған киптерелгән һөттөң тәүге партияһы Ҡытайға йыл уртаһында оҙатылған. Таҙа тәбиғи аҙыҡ илдең ҡулланыусылары күңеленә хуш килгән. Октябрь аҙағында комбинат Ҡытайға инде өсөнсө партияны оҙатҡан, ул 19 мең 343 килограмм, йәғни 43 мең самаһы банка тәшкил итә.
Һөт етештереүсе бөтә кәрәкле тикшереү сараларын үтеп, “Цербер” федераль системаһының экспортерҙар реестрына һәм Ҡытайға экспорт рөхсәт ителгән Рәсәй һөт предприятиелары исемлегенә индерелгән. Сауҙа "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Фото: rsn-rb.ru
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана