

Һуңғы йылдарҙа илебеҙ ҡошсоларының сит илдән килтерелгән ҡошсолоҡҡа бәйлелеге ғәҙәти хәлгә әйләнде. Был тармаҡ эксперттары хатта беҙҙең ҡошсолоҡҡа ҡарата санкциялар индереү уның юҡҡа сығыуына килтереүе ихтимал, тип әйтә башланы. Ләкин асыҡланыуынса, хәл һәр ваҡыт үҙгәргән, ә импортты алмаштырыу процестары ҡошсолоҡҡа ла ҡағылған. Шул рәүешле Башҡортостан ҡошсолары хәҙер Евросоюз, Канада илдәренән инкубация йомортҡаһын индереп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә экспортҡа сығара башланы. Әлегә Таможня союзы илдәренә.
5 октябрҙән 17 ноябргә тиклемге осорҙа "Россельхознадзор" белгестәре 23 партияны - "Башҡортостан бройлеры" предприятиеһы (Әлшәй районы, Әбдрәшит ауылы) етештергән 1990,2 мең дана инкубация йомортҡаһын тикшерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла, ул аҡсалата сағылышта йылына 45 миллиард доллар килтерергә тейеш. Көнбайыш илдәре менән индерелгән санкцияларға бәйле, аҙыҡ-түлек экспортының дөйөм логистикаһы ҡыйынлашты, әммә уның көнсығыш йүнәлеше үҫеүен дауам итә.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана