Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Ноябрь 2022, 04:35

Яңы сервис булдырылды

Хәҙер паспорт, СНИЛС, ИНН, таныҡлыҡтар, хәрби билет һәм башҡа мөһим ҡағыҙҙарҙың реквизиттарын ебәреү өсөн документтарҙы бөтә өй буйлап эҙләргә кәрәкмәй. 

Яңы сервис булдырылдыЯңы сервис булдырылды
Яңы сервис булдырылды

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 

Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһы аша шәхси документтары менән бүлешә ала 

 

Хәҙер паспорт, СНИЛС, ИНН, таныҡлыҡтар, хәрби билет һәм башҡа мөһим ҡағыҙҙарҙың реквизиттарын ебәреү өсөн документтарҙы бөтә фатир буйлап йәки фотопленкала эҙләргә кәрәкмәй. 

 

«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә яңы сервис булдырылды. Ул документтар менән бүлешергә мөмкинлек бирә. 

 

«Документтар менән бүлешеү» сервисы нисек эшләй: 

  «Дәүләт хеҙмәттәре» мобиль ҡушымтаһына инергә 

 

  «Документтар» бүлегенә, артабан «Шәхси документтар» пунктына күсергә кәрәк 

 

  Әҙер! Мәғлүмәттәр ебәреүҙең уңайлы ысулын һайларға ғына ҡала - уң яҡ өҫкө мөйөштәге төймәне оҙаҡ баҫып торорға йәки күсереүҙе һайларға. 

 

«Дәүләт хеҙмәттәре» ҡушымтаһын түбәндәге һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин: vk.cc/5EXJcJ 

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проект сиктәрендә Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы 2030 йылға тиклем халыҡ араһында киң таралған хеҙмәттәрҙең 95 процентына тиклемен электрон форматҡа күсереү бурысын ҡуйҙы. 

 

Башҡортостан Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала Дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталы аша - 125, федераль портал аша 85 хеҙмәтте онлайн форматта тормошҡа ашырырға була. Федераль порталдағы хеҙмәттең 78-е киң таралған социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәргә ҡарай. 2022 йылда 31 хеҙмәт һанлы форматҡа күсерелде. 

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Загида Мусина
Читайте нас