Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь , 10:10

Май кәрәкме, йомортҡамы?

Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика продукцияһын экспортлау тураһында һөйләне.

Май кәрәкме, йомортҡамы?
Май кәрәкме, йомортҡамы?

ОТР федераль телеканалының тура эфирында Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика продукцияһын экспортлау тураһында һөйләне.

- Үткән йылда беҙ республика продукцияһын 46 илдә, шул иҫәптән Ҡытайға, Иранға, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға  һаттыҡ. Европа илдәренә лә күп нәмә оҙатылды. Беҙ Европаға аҙыҡ-түлек, рапс майы, көнбағыш майы һаттыҡ. Бөгөн Европа менән эшләмәйбеҙ, Азия баҙарына боролдоҡ, - тип хәбәр итә министр. — Беҙҙең продукттар арзаныраҡ, сөнки беҙ үҙебеҙ ҡулланғандан күберәк етештерәбеҙ. Ашлыҡҡа ихтыяж ике миллион тонна булһа, беҙ биш миллион тонна етештерҙек.

 Көнбағыш майын үҙебеҙгә кәрәккәндән ете тапҡырға күберәк етештерәбеҙ. Шәкәр - 3,5 тапҡырға күберәк. Һөт буйынса үҙ-үҙебеҙҙе тәьмин ителгәнлек 127 процент тәшкил итә. Йомортҡа ла шулай. Ер ресурстарыбыҙҙы ҡулланып, беҙ үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ, күршеләргә һәм башҡа илдәргә һатабыҙ. Үҙебеҙҙә етештергәнде тулыһынса эшкәртәбеҙ.

Сит илдәр менән алыш-биреш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальнй проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә үткәрелә.

Фото: ufaved.info

 #нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в