Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь , 10:55

Улар 39 бала тәрбиәләй

Һеҙ ошондай аҙымға барырға йөрьәт итә алыр инегеҙме?

Улар 39 бала тәрбиәләй
Улар 39 бала тәрбиәләй

Краснокама районы Яңы Ҡабан  ауылында йәшәүсе 56 йәшлек  Гөлсирә һәм Аис Маликовтар ғаиләһендә 39 бала тәрбиәләнә! Аис Башҡортостандың Йәмәғәт ойошмаһы палатаһы тарафынан ғәмәлгә ҡуйылған "Ата-бабалар даны" конкурсында еңеп сыҡты.

Балалар йортонан улар үҙ сабыйҙарҙы  үҫеп таралыша башлағас алырға ҡарар иткән. Башта шикләнеберәк торғандар. Әммә үҙ көстәрен һынап ҡарарға булғандар, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнгәндәр.

 Бөтә балалар ҙа тиерлек спорт менән шөғөлләнә. Маликовтар мәктәп-интернат янындағы өс ҡатлы йортта йәшәй. Унда спорт секциялары күп, ә үҙҙәренең подвалында тренажер залы булдырғандар. Яҙмыштары ниндәй генә ауыр булмаһын, барлыҡ балалар ҙа ысын күңелдән хеҙмәт һәм эш һөйөп  үҫә.

 Әйткәндәй,  был илдә "Демография" проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: "Башинформ"

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в