

Республиканың урман сәнәғәте секторы предприятиелары үҙ продукцияһын Азербайжанға, Әрмәнстанға, Афғанстан, Белорусь, Грузия, Үҙбәкстан, Тажикстан, Латвия, Литва, Вьетнам Социалистик Республикаһы, Үзбәкстан, Ҡытай, Эстония, Чехия илдәренә сығарған.
Ағасты тәрән эшкәртеү продукцияһы өлгөләре: ҡырҡылған таҡталар, мебель фурнитураһы һәм башҡа изделиелар "ВНИИЗЖ" Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор тикшереү үткән.
Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда территориаль идаралыҡ 143 мең 121 кубометр ағас материалдар экспортын контролдә тотҡан. Был продукция донъяның 19 иленә оҙатылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә президент Владимир Путин тәҡдим иткән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙы һатҡанда йылына 250 миллиард доллар күләмендә аҡсалата сағылышта килтерергә тейеш. Көнбайыш илдәре менән индерелгән санкциялар арҡаһында, экспорттың дөйөм логистикаһы ҡыйынлашты, әммә уның көнсығыш йүнәлеше үҫеүен дауам итә.
#регпроекты #региональныепроекты #нацпроекты #национальныепроекты #нацпроектыБашкортостана