

Башҡортостандың өс заводы - Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы, «Урал пружина заводы» акционерҙар йәмғиәте һәм «Корона» мебель фабрикаһы эшселәре һаҡсыл производствоға уҡытылған. Уҡытыу «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Процестар фабрикаһы»нда тормошҡа ашырылды.
Дәрестәрҙә газ баҫымын көйләүсе идара итеү пультын «йыйырға» кәрәк ине. Шул уҡ мәлдә процесс бер нисә этаптан торҙо. Тәүҙә хеҙмәткәрҙәргә өс производство сменаһы дауамында егерме минут эсендә ун изделие йыйырға тәҡдим ителде. Беренсе сменала уҡ улар производствоға «традицион» ҡараш ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә мөмкинлек бирмәүен аңланы һәм һәр сменала үҙ күрһәткестәрен яҡшыртты.
Сменалар араһында Башҡортостан компетенцияларының төбәк үҙәге тренерҙары һаҡсыл етештереүҙең төп принциптарына һәм алымдарына өйрәтте. Конкурста ҡатнашыусылар алған белемдәрен практикала ҡулланды, дөрөҫөрәге, һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу күнекмәләрен киңәйтте. Рольдәрен алмаштырып, улар команда эсендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яңыса ҡора башланы.
Практик тренинг һөҙөмтәһендә ҡуйылған бөтә маҡсаттарға өлгәшелде һәм яңы тәжрибә тупланды. Эшкә йомғаҡ яһап, Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы хеҙмәткәрҙәре тренингта алынған күнекмәләрҙе үҙҙәрендә предприятиела индерергә ниәтләүҙәрен белдерҙе.
"Тәжрибә күрһәтеүенсә, практик тренингта ҡатнашҡандан һуң хеҙмәткәрҙәрҙең компетенция кимәле генә түгел, коллективтың предприятие эшмәкәрлегенә йәлеп итеүсәнлеге лә арта. 2022 йылда "Процестар фабрикаһы"нда "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашҡан 217 предприятие хеҙмәткәре ҡатнашты, - тине «БР» хәбәрсеһенә Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы булып БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тора.
Фото: республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
#регпроекты #региональныепроекты #нацпроекты #национальныепроекты #нацпроектыБашкортостана