

Ырымбурҙа Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында "халыҡ-ара сауҙаның инфраструктур сикләүҙәрен бөтөрөү" тип аталған форум үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берҙәмлегендә Башҡортостандың төп партнеры. Үткән йылда төбәктәр араһындағы тауар әйләнеше 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан һәм 421 миллион доллар тәшкил иткән.
- Беҙ Ҡаҙағстанға химия сәнәғәте продукцияһы, ағас материалдарын һәм целлюлоза-ҡағыҙ, ауыл хужалығы сеймалы, машина төҙөлөшө һәм быяла сәнәғәте продукцияһын экспортлайбыҙ. Ә импорт өлөшөндә яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, аҙыҡ-түлек, металлургия һәм машина төҙөлөшө продукцияһы, химик тауарҙар, текстиль өҫтөнлөк итә. Ҡаҙағстан төбәктәре менән беҙ сәнәғәт, ауыл хужалығында уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырабыҙ, технологик кооперацияны тәрәнәйтербеҙ", – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана