Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
29 Ноябрь 2022, 05:25

Түбәнге Ташбүкән ауылы клублы булды

Ауыл халҡын, олоһон, кесеһен туплаусы үҙәк - мәҙәни усаҡ дөрләһен, һәр саҡ гөрләп эшләһен, клуб уттары балҡып, үҙенә саҡырып торһон.

Түбәнге Ташбүкән ауылы клублы булдыТүбәнге Ташбүкән ауылы клублы булды
Түбәнге Ташбүкән ауылы клублы булды

Ҡасандыр балалар тауышынан шау-гөр килеп торған мәктәпкә хәҙер икенсе һулыш өргәндәр. Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты балансындағы мәктәп бинаһын мәҙәниәт бүлеге ҡарамағына күсереп ремонтлап, электр менән йылытыуға күсереп, клуб итеп асырға ҡарар иткәндәр. Уны яңыртып ҡороу Ташбүкән ауыл биләмәһенең “Роза һәм К⁰” коммерциялы булмаған Үҫешкә ярҙам фондының (директоры – Роза Кәримова) 2022 йылғы БР Башлығы гранттары конкурсында “Мәҙәни мираҫ: үткәндәрҙән лайыҡлы киләсәккә!” тип аталған проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Әйткәндәй, Ташбүкән ауыл биләмәһенең был тәүге еңеүе түгел. Рәсәй Президенты грантының былтырғыһында грант һәм район хакимиәте ярҙамы, ауыл халҡы тырышлығы менән “Моҡайтау” спорт һәм ял паркын асҡайнылар. Шундай уҡ ял паркы Ҡурғашлы ауылында ла (иҫке клуб бинаһы урынында) булдырыласаҡ.
Ауыл халҡын, олоһон, кесеһен туплаусы үҙәк - мәҙәни усаҡ дөрләһен, һәр саҡ гөрләп эшләһен, клуб уттары балҡып, үҙенә саҡырып торһон.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас