

Асҡын ауылының балалар сәнғәт мәктәбе өсөн музыка ҡоралдары һатып алынған. Был рояль, ике флейта, уҡыу ксилофондары, маримба, барабан ҡулайламаһы, классик гитара һәм электрогитара. Өҫтәүенә, яңы фортепиано һәм өс баян. Бынан тыш, мәктәп фонды интерактив, тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, уҡыу материалдары, һынлы сәнғәт бүлеге өсөн мебель һәм теоретик дисциплиналар класы өсөн яңы уҡыу комплекты менән тулыланды.
Инструменттар һәм ҡорамалдар «Мәҙәниәт» милли проекты йүнәлештәренең береһе булған «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә быйыл ошондай күләмдә килтерелде.
Хәҙер балалар заманса техник һәм инфраструктура мөмкинлектәрен файҙаланып, уңайлы шарттарҙа ижад менән шөғөлләнә ала. Әйткәндәй, уҡыусылар был программаны үҙләштереп, яңы музыка ҡоралдарында зачет тапшырған да инде.
Ауыл сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә, улар ҙа яңыртылған фондҡа ҡыуанып бөтә алмай, сөнки хәҙер балалар менән дәрестәрҙе һөҙөмтәлерәк үткәрә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы указына ярашлы әҙерләнде. Уны 2019 йылда бойомға ашыра башланылар. Милли проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән «Мәҙәни мөхит», «Ижади кешеләр» һәм «Һанлы Мәҙәниәт» федераль проекттарынан тора.
2022 йылда уларҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан 1,8 миллиард һумдан ашыу алды, шул иҫәптән федераль бюджеттан 635 миллион һум самаһы. Шунлыҡтан быйыл 17 балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылды, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото из открытьх источников.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана