Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
2 Декабрь 2022, 04:47

Республика колледждарында "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнашыусы 300 уҡытыусы һәм мастер квалификацияһын күтәрә

Уҡыу 28 ноябрҙә башланды, уның йомғаҡтары буйынса ҡунаҡтарға күрһәтеү имтиханын тапшырырға тура киләсәк.

Республика колледждарында "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнашыусы 300 уҡытыусы һәм мастер квалификацияһын күтәрәРеспублика колледждарында "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнашыусы 300 уҡытыусы һәм мастер квалификацияһын күтәрә
Республика колледждарында "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнашыусы 300 уҡытыусы һәм мастер квалификацияһын күтәрә

Проектта ҡатнашыусылар Башҡортостанға Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Дағстандан, Камчатка, Хабаровск, Пермь, Алтай крайынан, Ырымбур, Рязань, Силәбе, Курск, Һамар, Тула, Калуга һәм Вологда өлкәләренән килгән. Уҡыу 28 ноябрҙә башланды, уның йомғаҡтары буйынса ҡунаҡтарға күрһәтеү имтиханын тапшырырға тура киләсәк.

Башҡортостан колледждарында "WorldSkills" стандарттары буйынса йыһазландырылған заманса оҫтаханалар эшләй. Улар “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проекты сиктәрендә булдырылды, күптәре милли чемпионаттың финалы өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ошо ҡорамалда республиканың һигеҙ колледжында һәм Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар уҡый.

Программа уҡытыусыларҙың һәм мастерҙарҙың һөнәри эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле компетенцияларҙы камиллаштырыуға, белем биреү программаларын тормошҡа ашырғанда интегратив педагогик алымдарҙы ҡулланып, заманса ҡорамалда практик әҙерлеккә иҫәпләнгән, - тип һөйләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда "Профессионалитет" программаһы машиналар эшләү өлкәһендә тормошҡа ашырыла. Уның буйынса Өфө машиналар эшләү колледжы студенттары белем ала. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе уның партнеры булып сығыш яһай.

Фото: Альберт ЗАГИРОВ.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас