Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Милли проекттар
11 Декабря 2022, 05:45

Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына егерменән ашыу илдән меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә

Форумда 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана, 55 фекер алышыу майҙансығы ойошторола, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһарға йыйына.

Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына егерменән ашыу илдән меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөләӨфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына егерменән ашыу илдән меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә
Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына егерменән ашыу илдән меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә

14-16 декабрҙә Өфөлә власть, бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы берләштергән иҡтисади форум ойошторола. Улар халыҡ-ара кооперация, экспорт, инвестициялар үҫеше, иң яҡшы бизнес-практикалар мәсьәләләрен тикшерә.

Эшлекле форум 2007 йылдан алып уҙғарыла, ул саҡта донъяның 9 иленән һәм Рәсәйҙең 20 төбәгенән 1,5 мең ҡатнашыусы йыйылды. 15-се Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 3 меңгә яҡын ҡунаҡ, 20-нән ашыу илдең вәкилдәре ҡатнашыуын раҫланы.

Форумда 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана, 55 фекер алышыу майҙансығы ойошторола, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһарға йыйына. Ҡатнашыусылар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең валютаһын булдырыу мөмкинлектәрен тикшерә, «Салауатбыяла» предприятиеһында табаҡлы быяла сығарыу линияһын асыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтөлә. Форумдың сайтында трансляция ойошторола. 

Мәғлүм булыуынса, илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас