

Хәҙер “Минең бизнесым” хеҙмәттәренә эйә булыу өсөн Ҡариҙел районы һәм яҡын-тирәләге муниципалитеттар эшҡыуарҙарына барырға тура килмәйәсәк. Улар "берҙәм тәҙрә" форматында үҙ эшен нисек башларға, ойоштороу-хоҡуҡи формаһын һайларға, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәки шәхси эшҡыуарҙы бушлай теркәргә, иҫәп-хисап асырға, бизнес өсөн башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Үҙәк 150-гә яҡын төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов «Минең бизнесым» үҙәгенең офистары республиканың туғыҙ муниципалитетында эшләй. Йыл аҙағына тиклем Ҡыйғы, Саҡмағош райондарында һәм Белорет ҡалаһында тағы өс яңы офис асыласаҡ".
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Минең бизнесым" үҙәге вәкиллектәре селтәре төбәктә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә киңәйә.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте