Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Декабрь 2022, 05:03

Йөйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтланылар

Яңыртылған күпер ҡоролмаһының оҙонлоғо 50 метр, һәм хәҙер ул хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Йөйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтланыларЙөйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтланылар
Йөйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтланылар

Белорет районында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йөйәк йылғаһы аша күпер ремонтланып, сафҡа индерелгән. Объектты ремонтлауға бөтәһе 37 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 34,3 миллионы - федераль средстволар, 2,9 миллионы - төбәк бюджетынан.

- Объект Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 112-се саҡрымында урынлашҡан, ул республиканың Белорет һәм Бөрйән райондарында урынлашҡан туристик объекттарға юл хәрәкәтен тәьмин итә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Яңыртылған күпер ҡоролмаһының оҙонлоғо 50 метр, һәм хәҙер ул хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас