

Хәҙер республикала йәшәүселәрҙең электрон медицина документтарын алыу мөмкинлеге бар. Теге йәки был документ юғалһа ла, уны электрон төрҙә тергеҙергә мөмкин.
Шәхси кабинетта ағымдағы йылдың 1 сентябренән бирелгән медицина документтары күренә. Улар - консультациялар, лаборатор һәм инструменталь тикшереүҙәр протоколдары, төрлө йүнәлештәр, диспансеризациялар һәм һөнәри тикшереүҙәр тураһында мәғлүмәттәр, медицина һығымталары, белешмәләр.
"Минең сәләмәтлегем" сервисы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә әҙерләнгән. Уның ярҙамында табипҡа яҙылырға ла мөмкин. Уҙған йылда ғына 25 миллиондан ашыу кеше сервис хеҙмәттәре менән файҙаланған, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән 2019 йылда башланды. Проект эшкә һәләтле халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүгә, шулай уҡ илебеҙҙең бөтә граждандарын һөнәри ҡараш менән солғап алырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан