Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Декабрь 2022, 05:45

Яңы йылға шәп бүләк!

Дәүләкән районы  Ҡоръятмаҫ  ауылында ремонттан һуң Мәҙәниәт йорто асылды.

Яңы йылға шәп бүләк!Яңы йылға шәп бүләк!
Яңы йылға шәп бүләк!

Капиталь ремонттан һуң йәнә Мәҙәниәт йорто эшләй башланы. Ул күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк булып тора. Хәҙер бында фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, музей, спорт залы урынлашҡан, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр, ҙур тамаша залы бар.

Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, әһәмиәтле ваҡиға Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында булды. Ул, бинаны ҙур ремонтлауға ете миллион һум аҡса һалынды, тағы ла ике миллион һумдан ашыу район бюджетынан бүленде, тип хәбәр итте.

Был аҡсалар биналарҙы, тамаша залын, гардеробты, спорт залын, музейҙы, хореография кабинетын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы, беренсе һәм икенсе ҡаттағы фойены, санузелды капиталь ремонтлауға еткән.

Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар Ҡоръятмаҫ Мәҙәниәт йорто ҡатнашҡан "Муниципаль мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларын реновациялау" йүнәлеше буйынса "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас