

М. Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе яңы музыка ҡоралдары һәм йыһаздары менән тулыланды. Был маҡсатлы эш "Мәҙәниәт" дөйөм дәүләт проектына ярашлы башҡарылды.
Фортепиано кластарында дүрт "Николай Рубинштейн" пианиноһы барлыҡҡа килде, уларҙың икәүһе Көҙәй һәм Таутөмән ауылдарында урынлашҡан музыка кластарына ебәрелде. Концерт залы сәхнәһенә шундай уҡ рояль һәм "Yamaha" һанлы фортепианоһы ҡуйылды. Хәҙер халыҡ уйын ҡоралдары классында "Юпитер ЛЮКС" концерт баянында шөғөлләнергә була, йәнә уҡыусылар өсөн ике "Тула" баяны һатып алынды.
Гитара класында дүрт профессиональ ҡорал барлыҡҡа килде.
Уҡытыусылар билдәләүенсә, яңы инструменттар уҡыу сифатын, педагогтарҙың эш шарттарын яҡшыртасаҡ, балаларҙа ла төрлө ҡоралдарҙа уйнарға өйрәнеү теләген арттырасаҡ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан