Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Декабря 2022, 04:23

Радий Хәбиров республикала милли проект буйынса төҙөлгән ФАП-тар тураһында һөйләне

"Медицина хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ! Ауырымағыҙ!"

Радий Хәбиров республикала милли проект буйынса төҙөлгән ФАП-тар тураһында һөйләнеРадий Хәбиров республикала милли проект буйынса төҙөлгән ФАП-тар тураһында һөйләне
Радий Хәбиров республикала милли проект буйынса төҙөлгән ФАП-тар тураһында һөйләне

- Беҙ 8 капиталь һәм 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын булдырҙыҡ. Уларҙың бер өлөшө лицензия алып, эш башлаған да инде, икенселәре әлегә документтар рәсмиләштереү стадияһында. Тиҙҙән пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтарҙың береһе - Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы буйынса асыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүгә бик яҡшы тап килә, ҡатмарлы осраҡтар өсөн алдынғы медицина учреждениелары менән дистанцион кәңәшләшеү мөмкинлеге бар.

- Республика кардиология үҙәге менән бындай эш схемаһы яйға һалынған - уның табиптары урындарҙа фельдшерҙарҙан алынған ЭКГ мәғлүмәттәре нигеҙендә тәүлек әйләнәһенә һығымта бирергә әҙер. ФАП-тарҙа эшләгән фельдшерҙарға ҙур рәхмәт. Уларҙың күптәре тиҫтә йылдар буйына бер урында эшләй һәм, әлбиттә, яҡшы шарттарҙа эшләргә лайыҡ. Медецина хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ! Ауырымағыҙ! - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың телеграмм каналынан.

#нацпроекты #национальныепоекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас