Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
10 Ғинуар 2023, 04:56

Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ 2,8 миллиард һум ярҙам алды

Льготалы ярҙам менән республиканың 900 эшҡыуары файҙаланды.

Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ 2,8 миллиард һум ярҙам алдыБашҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ 2,8 миллиард һум ярҙам алды
Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ 2,8 миллиард һум ярҙам алды

2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,8 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Республиканың бизнесты үҫтереү институттары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә 2,8 миллиард һум аҡса йүнәлтте, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Эшҡыуарҙарға «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған лизинг, микрозаймдар һәм гарантиялар льготалы программалары ярҙамында ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иттеләр.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаларын федераль кеүек, төбәк үҫеш институттары ла тормошҡа ашыра. 2022 йылда төбәк структуралары 1200-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтте. Уҙған йылда 900-гә яҡын эшҡыуар ошо ярҙам саралары менән файҙаланған, - тип һөйләне Рөстәм Афзалов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры. Мәҫәлән, республика эшҡыуарҙары Төбәк гарантия ойошмаһына бирелгән яуаплылыҡ арҡаһында 4,1 миллиард һум кредит средстволарын йәлеп итә алды. 53 кеше лизингыны Төбәк лизинг компанияһы ярҙамында рәсмиләштерә алған. Ә «Башҡортостан микрокредит компанияһы» ҡатнашлығында эшҡыуарҙар 700 миллион һумдан ашыу займ ала алды.

Ағымдағы йылда Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ингән сараларҙы тормошҡа ашырыуға 644,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 599,4 миллион һум, төбәктеке - 45,1 миллион һум.

Фото: ufa.rbc.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас