Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Ғинуар 2023, 06:00

Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк

Әйткәндәй, һеҙҙең ауылда ФАП бармы? Булһа, эшенән ҡәнәғәтһегеҙме?

Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәкӨс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк
Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ”Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, медицина сифатын яҡшыртыуға ҙур аҡса бүленә. Былтыр, мәҫәлән, ун һаулыҡ һаҡлау объекты файҙаланыуға тапшырылды, шул иҫәптән Бөрө ҡалаһында, Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөлдө. Яңы һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты пациенттарҙы ҡабул итте. Илеш районының Иҫке Туймазы һәм Дөмәй ауылдарында табиплыҡ амбулаториялары ҡалҡып сыҡты, авария хәлендәге  55 ФАП модулле конструкциялар менән алмаштырылды.

 2023-2025 йылдар эсендә 300-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты  төҙөү планлаштырыла, шулай уҡ 351 модулле конструкция ҡуйыласаҡ, өс участка дауаханаһы һалынасаҡ. Быларҙың барыһы ла ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышасаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас