Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Ғинуар 2023, 05:05

Тағы ла бер ҡарттар йорто асыла

Ҡарттар йорто тигән һүҙҙе ишетеүгә күңел өшөп китә. Бер ҡараһаң, ҡараусыһыҙ ҡалғандарға бөтә шарттары булған йылы усаҡ. Йылы, ашаталар... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Тағы ла бер ҡарттар йорто асылаТағы ла бер ҡарттар йорто асыла
Тағы ла бер ҡарттар йорто асыла

Башҡортостанда  өлкәндәр өсөн тағы бер пансионат барлыҡҡа киләсәк. Ул Кушнаренко районы Ҡанлы ауылында урынлашҡан.

-Элекке  мәктәпте яңы социаль объектҡа үҙгәртеп төҙөгәндә бөтә янғын һүндереү хәүефһеҙлеге һәм кәртәһеҙ тормош нормативтары үтәләсәк, - тип әйт БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Практика күрһәткәнсә, ауыл тормошо ла йәнләнәсәкТәмле икмәк бешереү цехы барлыҡҡа киләсәк. Физиотерапия бүлеге асыласаҡ. Унда өлкән йәштәге ауыл халҡы ла хеҙмәтләндереләсәк. Аралашыу, уртаҡ саралар ойоштороласаҡ.

Пансионаттар асыу "Демография" милли проектының "Өлкән быуын" төбәк проекты тарафынан ҡаралган.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас