Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
17 Ғинуар 2023, 03:49

Республикала мәҙәниәт өлкәһендә уҙған йыл ете меңдән ашыу ирекмән эшләгән

Программа ирекмәндәр хәрәкәтенә, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау өлкәһендә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Республикала мәҙәниәт өлкәһендә уҙған йыл ете меңдән ашыу ирекмән эшләгәнРеспубликала мәҙәниәт өлкәһендә уҙған йыл ете меңдән ашыу ирекмән эшләгән
Республикала мәҙәниәт өлкәһендә уҙған йыл ете меңдән ашыу ирекмән эшләгән

Былтыр республикала 97 мәҙәни мираҫ объекты тәртипкә килтерелде, 12 объектта ремонт-тергеҙеү эштәре һәм төҙөкләндереү эштәре мәҙәниәт ирекмәндәре ҡатнашлығында барҙы. 23 апрель «Йәшлек» район мәҙәниәт йорто муниципаль автономиялы учреждениеһы биләмәһендә өмә форматында Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары тураһында хәстәрлек көнө үтте, уның сиктәрендә мәҙәниәт ирекмәндәре биләмәне һәм Геройҙар скверын төҙөкләндерҙе. Ирекмәндәр «Музейҙар төнө», «Китапханалар төнө», «Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһы «Мәҙәниәт» милли проектының «Милләттең ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу» («Ижади кешеләр») федераль проекты сиктәрендә әҙерләнде. Программа ирекмәндәр хәрәкәтенә, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау өлкәһендә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Төбәк кимәлендә «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһын бойомға ашырыуҙы төбәк кимәлендә координациялау Башҡортостан Республикаһында Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы тарафынан ғәмәлгә ашырыла. «Мәҙәниәт ирекмәндәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәктәге етәксеһе - Лира Волкова. 

Унда ҡатнашыу мөмкинлеге булған саралар порталдарҙа баҫыла:

добровольцыроссии.рф

волонтеры-культуры.рф

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас