Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Ғинуар 2023, 04:39

Бүздәк районында яңы ФАП асылды

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы тулыһынса ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Бүздәк районында  яңы ФАП асылдыБүздәк районында  яңы ФАП асылды
Бүздәк районында яңы ФАП асылды

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы тулыһынса ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ауылда йәшәүселәр һаны - 176 кеше, алты кеше инвалид, шуға күрә ауыл халҡы медицина учреждениеһының төҙөлөүен ҙур түҙемһеҙлек менән көткән.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында йылы, уңайлы, фельдшер ҡабул итеү бүлмәһе, гинекология креслоһы менән ҡарау, процедуралар, медикаменттар һаҡлау бүлмәләре, медицина персоналы кабинеты, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел бар.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры булып 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған Ирина Гәрәева эшләй. Шулай уҡ бында график буйынса үҙәк район дауаханаһынан килгән табиптар бригадаһы ла ҡабул итә.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Башҡортостан Республикаһының беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө. Һис шикһеҙ, ауыл халҡы өсөн уны асыу ҙур ваҡиға булып тора, сөнки элекке 1975 йылда төҙөлгән ауыл мәктәбендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты авария хәлендә булған.

Фото: https://buzdyaknews.ru/

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас