Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Ғинуар 2023, 04:59

Башҡортостандың дәүләт органдары ватан видеобәйләнеше сервисы менән файҙалана

Видео- һәм аудиоконференциялар сервисы "Контур.Толк" ваҡыт буйынса аралашыуҙы сикләмәй.

Башҡортостандың дәүләт органдары ватан видеобәйләнеше сервисы менән файҙаланаБашҡортостандың дәүләт органдары ватан видеобәйләнеше сервисы менән файҙалана
Башҡортостандың дәүләт органдары ватан видеобәйләнеше сервисы менән файҙалана

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикиндың һүҙҙәренсә, "Контур.Толк" платформаһы 2022 йылдың 27 октябрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында муниципалитет башлыҡтары менән селектор элемтәһе өсөн ҡулланылған. Уҙған йылдың июнендә РФ Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советының эшсе төркөмө "Контур.Толк"та кәңәшмә үткәргән.

- Былтыр Рәсәй IT-компанияһы корпоратив онлайн-аралашыу өсөн сервистар тәҡдим итте. Бөгөнгө көнгә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ хөкүмәт аппараты өсөн ике альтернатив программа индерелеп, уңышлы ҡулланыла, - тип хәбәр итте министр.

Видео- һәм аудиоконференциялар сервисы "Контур.Толк" ваҡыт буйынса аралашыуҙы сикләмәй, видеотерминалдарҙың опцияһы онлайн- һәм офлайн ҡатнашыусы менән ошондай сараларҙы ойоштороу процесын ябайлаштыра. Дәүләт структураларының эше өсөн ышаныслы һәм хәүефһеҙ сервис: бөтә мәғлүмәттәр шифрлана, ә серверҙар Рәсәйҙә урынлашҡан, тип билдәләне республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Әйткәндәй, илебеҙҙәге программа тәьминәтен әҙерләү һәм индереү иҡтисадтың реаль секторы һәм социаль өлкә тармаҡтарының һанлы трансформацияһын тиҙләтеү маҡсатында «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы пландарына индерелгән.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас