

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Республикабыҙ күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалды. Башҡортостанда бөтәһе 59 мең ишле ғаилә йәшәй, был иһә 2010 йылға ҡарағанда 24,7% күберәк, тип хәбәр итте Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Статистика күрһәтеүенсә, республикала 18 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр араһында күп балалы ғаиләләрҙең өлөшө 12,5% еткән (2010 йылда ул 8,4% тәшкил иткән).
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың ишле ғаиләләре ер йәки уның урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация алыу хоҡуғына эйә. Республикала түләүҙең суммаһы — 250 мең һум.
Шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр мәктәптәрҙә туҡланыу өсөн хаҡ түләмәй.
Бынан тыш, Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре махсус танытма алырға мөмкин. Ул сауҙа үҙәктәрендә, театрҙарҙа һәм музейҙарҙа ташламаға хоҡуҡ бирә.
Башинформ.
Фото: Балтач таңнары