Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар 2023, 08:50

Әбйәлилдәр бит улар!

Ошо көндәрҙә  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы Таштуй мәктәбендә райондың XXV cпартакиадаһы иҫәбенә мини-футбол буйынса район беренселеге үтте.

Әбйәлилдәр бит улар!
Әбйәлилдәр бит улар!

Әбйәлил районында төрлө спорт ярыштары гөрләп тора. Ошо көндәрҙә  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы Таштуй мәктәбендә райондың XXV cпартакиадаһы иҫәбенә мини-футбол буйынса район беренселеге үтте.
Финал ярыштарында 2009-2010 йылғы ҡыҙҙар командалары - зона этаптары еңеүселәре ҡатнашты.

Уйындың йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде:
1-се урын – Красная Башкирия мәктәбе (тренеры Р.Р. Һиҙиәтов)
2-се урын - Т. Кусимов исемендәге гимназия (тренеры И.М. Яхин)
3-сө урын-Таштуй мәктәбе (тренеры Р. А. Сафиуллин)

Номинацияларҙа грамоталар менән бүләкләнделәр:
Иң яҡшы уйынсы –Алина Джангучикова (Красная Башкирия)
Иң яҡшы ҡапҡасы-Аделина Солтанова (Красная Башкирия)
Иң яҡшы һаҡсы –Миңзиә Әүбәкирова (гимназия)
Иң яҡшы һөжүм итеүсе – Эльза Ғүмәрова (Таштуй)
Иң яҡшы бомбардир-Зарина Ғәббәсова (Таштуй)

Ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!
Афарин!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите. 

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: