Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
30 Ғинуар 2023, 06:20

Өмәгә сыҡтылар

Өс баҫҡыслы шарлауыҡ тәбиғәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора.

Өмәгә сыҡтыларӨмәгә сыҡтылар
Өмәгә сыҡтылар

Ғәҙелша шарлауығы республикабыҙҙағы иң билдәле тәбиғәт объекттарының береһен тәшкил итә. Өс баҫҡыслы шарлауыҡ тәбиғәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора. Шарлауыҡтың бейеклеге – 15 метрға яҡын. Туристар бында йәй айырыуса күп, әммә ҡышын да шарлауыҡты ҡарарға килеүселәр бар. Ял иткәндән һуң ҡайһы берәүҙәр биләмәлә сүп-сар ҡалдыра.

– Бөгөн коллегаларыбыҙ менән ҙур шарлауыҡ янында өмә үткәрҙек, туристар ҡалдырған өс кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйҙыҡ, туҡталҡаларҙы таҙарттыҡ, ҡоштар өсөн тағараҡтар элдек, – тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Вадим Бастанов.

Әйткәндәй,  Башҡортостан Республикаһы бер нисә йыл инде Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Рәсәй һыуы” акцияһында әүҙем ҡатнаша.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ecology.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: ecology.bashkortostan.ru

 

Автор:
Читайте нас