

Конкурс юридик шәхестәр араһында, дәүләт муниципаль берәмектәрҙән һәм Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш, үткәрелә. Улар төбәктә етештерелгән әҙер продукцияны экспортҡа оҙата.
- «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә эшҡыуарҙарыбыҙҙың экспорт эшмәкәрлеген популярлаштырыу өсөн «Йыл экспортсыһы» конкурсының төбәк этабын үткәрәбеҙ. Бөгөн республикала экспорт нигеҙҙәрен уҡытыуҙан һәм предприятиеларҙы сит ил баҙарына сығарыуҙан алып предприятиеларҙы сит ил бизнес-миссияларында һәм күргәҙмәләрендә ҡатнашыуға йәлеп итеүгә тиклем экспортерҙарға ярҙам системаһы төҙөлгән, - тип аңлатма бирҙе тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Төбәк этабында еңеүселәр федераль кимәлдә иң яҡшы исеме өсөн көс һынашасаҡ. «Башҡортостан Республикаһында йыл экспортеры» лауреаттары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм ҙур предприятиелар араһында 19 номинацияла иғлан ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан