Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Февраль 2023, 04:09

Хеҙмәт министрлығы башлығы Өфөлә 50 урынлыҡ оло йәштәгеләр өсөн пансионат проектын күрһәтте

"Үҙенсәлекле архитектураһы арҡаһында ул Р. Зорге урамының бер өлөшөн биҙәйәсәк".

Хеҙмәт министрлығы башлығы Өфөлә 50 урынлыҡ оло йәштәгеләр өсөн пансионат проектын күрһәттеХеҙмәт министрлығы башлығы Өфөлә 50 урынлыҡ оло йәштәгеләр өсөн пансионат проектын күрһәтте
Хеҙмәт министрлығы башлығы Өфөлә 50 урынлыҡ оло йәштәгеләр өсөн пансионат проектын күрһәтте

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Өфөлә 50 урынлыҡ оло йәштәгеләр өсөн пансионат проектын күрһәтте. Яңы корпус «Демография» милли проекты сиктәрендә бүленгән федераль аҡсаға «Имәнлек» геронтология үҙәге биләмәһендә төҙөлә. Объект төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы 382 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

«Социаль объект - ҡаланың юбилейына матур бүләк. Үҙенсәлекле архитектураһы арҡаһында ул Р. Зорге урамының бер өлөшөн биҙәйәсәк. Бында бассейн, ҡышҡы баҡса, релакс өсөн бүлмәләр, ҡыйыҡта терраса була», - тип яҙҙы Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас