

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың Сағыу биҫтәһендә ике яңы урам – Яр буйы ғашиҡтар урамы һәм Сағыу бульвары барлыҡҡа киләсәк. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе.
Ғашиҡтар ярының оҙонлоғо - 608 метр, Сағыу бульварының иһә 381 метр. Уларҙағы юлдар ике һыҙатлы буласаҡ. Әле үк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар: яңы юл билдәләре, яҡшы электр уты, горизонталь тамғалар күҙалланған.
Яр буйында 108 парковка урыны, ә бульварҙа 381 метр оҙонлоҡтағы велосипед юлын һалыу ҡаралған.