+21 °С
Облачно


«Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» программаһы буйынса Асҡар үҙәк район дауаханаһына компьютер томографы киләсәк. Әлеге ваҡытта КТ кабинетын проектлау буйынса эштәр алып барыла. Был хаҡта Әбйәлил районы "Осҡон" гәзите белдерә. "Беҙҙең районда был тәүге компьютер томографы буласаҡ. Район дауаханаһының матди-техник базаһын тулыландырыу эшен дауам итәбеҙ", - тип һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашҡан баш табиб Илгиз Килдейәров үҙ сәхифәһендә.
Әйткәндәй, яңы ҡоролма "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан