Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
22 Февраль 2023, 04:40

Әбйәлилдәр һынатманы

Шулай итеп, Әбйәлил спортсылары  Волга буйы федераль округының йыйылма командаһы составына инде.

Әбйәлилдәр һынатманыӘбйәлилдәр һынатманы
Әбйәлилдәр һынатманы

Һарытау ҡалаһында кикбоксинг буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге һәм чемпионат үтте. Чемпионатта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 850-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Өс көн дауамында барған ярыштарҙа Башҡортостандың йыйылма команда составында сығыш яһаған Әбйәлил балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренерҙар И. Бараковтың һәм А. Мәүлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре призлы урындар алдылар:
2 урында - Сафиуллин Ирхан (1-се Асҡар мәктәбе);
3 урында - Борханова Арина (гимназия).
Шулай итеп, Әбйәлил спортсылары  Волга буйы федераль округының йыйылма командаһы составына инделәр һәм улар май айында Кемерово ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ.

Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын ярашлы ойошторолдо. 

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Фото: "Осҡон" гәзите.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас