Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Февраль 2023, 04:35

Төбәктә аграр эшҡыуарҙарға 1,1 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

- Дәүләт ярҙамы - ул ауылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү өсөн етди стимул.

Төбәктә аграр эшҡыуарҙарға 1,1 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгәнТөбәктә аграр эшҡыуарҙарға 1,1 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән
Төбәктә аграр эшҡыуарҙарға 1,1 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

Башҡортостанда фермерҙар һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары етештергән агросәнәғәт комплексы продукцияһының өлөшө арта. Дүрт йылда Башҡортостанда эшҡыуар-аграрийҙарға дәүләт ярҙамы 1 миллиард 108 миллион һум тәшкил иткән. Был - «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһе, тип иҫәпләйҙәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Һөҙөмтәлә 272 яңы фермер хужалығы булдырылған, 82 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам күрһәтелгән, ҡулланыусылар кооперацияһына 7,8 мең яңы ҡатнашыусы йәлеп ителгән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

- Дәүләт ярҙамы - ул ауылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү өсөн етди стимул, уларҙың агросәнәғәт комплексы продукцияларын етештереүҙәге өлөшө тиккә генә үҫмәй, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Атап әйткәндә, фермерҙар бөгөн төбәк тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 18 процентын етештерә, ә ауыл хужалығы кооперативтарының тулайым табышы былтыр 2,5 миллиард һум самаһы тәшкил итте.

2022 йылда агросәнәғәт комплексында кесе хужалыҡ формаларына ярҙам өс йүнәлеш буйынса алып барылды: «Агростартап» гранттары, ауыл хужалығы кооперативтарына һәм Компетенция үҙәгенә субсидиялар. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты ил президенты Владимир Путин башланғысы менән үткәрелгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: «Республика Башкортостан» гәзите

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас