

Башҡортостандың “Һөт кухняһы" ассортиментында тәмле һәм файҙалы печенье барлыҡҡа килде. Уны һәм балалар өсөн файҙалы һөт ризыҡтарын ҡайҙан алырға? "Һөт кухняһы"ның түләүһеҙ продукцияһына кем хоҡуҡлы һәм документтарҙы ҡайҙа тапшырырға? Предприятие вәкиле Татьяна Балашова ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Хәҙер яңы печеньеларҙы "Һөт кухняһы"ның барлыҡ таратыу пункттарында ла һатып алырға мөмкин – ул ирекле һатыуҙа, ә яҡын арала ҡаланың сауҙа селтәрҙәрендә лә буласаҡ.
Актуаль мәғлүмәт:
- Башҡортостанда әлеге фирманың 132 таратыу пункты бар, шул иҫәптән дәүләт дарыуханалары базаһында һәм мобиль пункттар (автолавкалар) аша;
– продукттарҙың ассортименты, составы һәм яраҡлылыҡ ваҡыты, шулай уҡ эш графигы буйынса мәғлүмәтте бында табырға мөмкин: https://vk.com/mkukhnyarb;
- "ҡыҙыу линия" телефоны: +7 (347) 246-55-01.
Мобиль ҡушымтала ризыҡтарҙы һайларға һәм улар өсөн түләргә мөмкин, шул яҡтан уңайлы урында уңайлы ваҡытта алырға була.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан