Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Март 2023, 04:13

Башҡортостанда милли проект буйынса биш күпер ремонтланасаҡ

Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда милли проект буйынса биш күпер ремонтланасаҡБашҡортостанда милли проект буйынса биш күпер ремонтланасаҡ
Башҡортостанда милли проект буйынса биш күпер ремонтланасаҡ

Республикала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2023 йылда 802 метр оҙонлоҡтағы биш күпергә ремонт яһаласаҡ. 

Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Дөйөм оҙонлоғо 802 погон метр булған биш күпер –  был күрһәткес былтырғынан 1,8 тапҡырға юғарыраҡ. 2022 йылда милли проект сиктәрендә 430 погон метрлыҡ һигеҙ күпер норматив хәлгә килтерелгән.

- Биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү буйынса 2023 йылғы объекттар исемлегенә Өҫән, Ағиҙел, Эҫем, Ҡамайылға һәм Йүрүҙән йылғалары аша төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарындағы күперҙәр индерелгән. Милли проект буйынса бер йылға төбәктә 9,6 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған, - тип билдәләне БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

2023 йылда ремонт тамамланасаҡ төп объекттарҙың береһе - Ғафури районында Ағиҙел йылғаһы аша 406 метр оҙонлоҡтағы күпер. Уны ике йыл элек ремонтлай башлағандар: юлдың уң яғы тулыһынса әҙер.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас