

Хакимиәт башлығы Рушан Гәрәев "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләү алыуға хоҡуҡ тураһында сертификат тапшырҙы.
Йәш ғаиләләр өсөн бындай ярҙам сараһы «Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһының "Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү" ведомство маҡсатлы программаһы сараларына инә.
Ғаязовтар әйтеүенсә, бындай ярҙам айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн бик мөһим. Уларға күпмелер ваҡыт көтөргә тура килгән, бәхеткә күрә көтөүҙәре бушҡа булмаған. Ир менән ҡатын алған таныҡлыҡтары менән нисек эш итергә ҡарар иткән.
Хакимиәт башлығы буласаҡ өй туйлаусыларҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы. «Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек һәм шатлыҡ хөкөм һөрһөн», - тине осрашыу аҙағында Рушан Гәрәев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының төп бурысы - уртаса етеш ғаиләләрҙе арзан торлаҡ менән тәьмин итеү, уларға ипотека кредитын файҙаланып, торлаҡ һатып алырға йәки төҙөргә мөмкинлек биреү. Шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу, ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү, граждандарҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашыу механизмын булдырыу, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан