Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
7 Март 2023, 05:40

Сибайҙа бала табыу йорто яңынан асылды!

Ремонт барышында иҙән, ишектәр һәм тәҙрәләр, коммуникациялар алмаштырылған, шулай уҡ түшәм һәм стеналар яңыртылған. Бынан тыш, палаталарҙа ҡайтанан планлаштырылған. Душ бүлмәһе яңынан йыһазландырылған, палаталарҙа санузелдар эшләнгән. Шулай уҡ бүлектә күкрәк һөтөн йыйыу һәм пастеризациялау, һөт ҡатнашмалары әҙерләү бүлмәһе асылған.

Сибайҙа бала табыу йорто яңынан асылды!Сибайҙа бала табыу йорто яңынан асылды!
Сибайҙа бала табыу йорто яңынан асылды!

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Сибай бала табыу йортонда капиталь ремонт тамамланды. Хәҙер бала тапҡан әсәләр йылы һәм уңайлы яңыртылған палаталарға урынлаштырыла.

Әйткәндәй, бала табыу бүлеге 18 урынға иҫәпләнгән. Ремонт барышында иҙән, ишектәр һәм тәҙрәләр, коммуникациялар алмаштырылған, шулай уҡ түшәм һәм стеналар яңыртылған. Бынан тыш, палаталарҙа ҡайтанан планлаштырылған. Душ бүлмәһе яңынан йыһазландырылған, палаталарҙа санузелдар эшләнгән. Шулай уҡ бүлектә күкрәк һөтөн йыйыу һәм пастеризациялау, һөт ҡатнашмалары әҙерләү бүлмәһе асылған.

– Төҙөкләндереү барышында йөклө ҡатындарҙы Бөрөгә, Белоретҡа, башҡа биләмәләрҙәге медицина ойошмаларына ебәрә инек, - тине Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас