

«Полимак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биналар, юлдар, һыу ҡоролмалары, көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары полигондары төҙөүҙә ҡулланылған геомбраналар, георәшәткәләр, дренаж композиты, геотекстиль, юл селтәре сығарыуға махсуслашҡан. Предприятие хеҙмәткәрҙәре өс ай буйына Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге эксперты булышлығында тренингтар үтте, һайланған пилот ағымын диагностикаланы.
Предприятиеның пилот участкаһында планында - процес барышын 2 тапҡырға тиерлек (263-тән 123 сәғәткә тиклем) ҡыҫҡартыу һәм сменаһына 2 100 квадрат метрҙан 2600 квадрат метрға тиклем сығарыуҙы арттырыу. «Диагностика һәм маҡсатлы хәл» этабы һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған проблемаларҙы бөтөрөү өсөн 19-ҙан ашыу сара әҙерләнгән.
- «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыу сиктәрендә предприятиелар Сәнәғәтте үҫтереү фондының льготалы займы формаһында йылына 1% менән 5 йылға 20-300 миллион һум финанс ярҙамы ала. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусыларға предприятиеның инвестиция сығымдарының 90% тиклемен инвестиция һалым ҡайтармаһы сиктәрендә табышҡа һалым буйынса планканы 20% алып 10% тиклем кәметеү иҫәбенә ҡаплау мөмкинлеге бирелде, - тип билдәләне БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана